Салауат районының ижтимағи-сәйәси гәзите.

16+

Салауат районының ижтимағи-сәйәси гәзите.

16+

Яңы һаны Яҙылырға Шәхси кабинет

Рубрики

Борсоулы сигнал

RSS
20.06.2018
“Бала” бәпес тапты

“Йүрүҙән” гәзитенең 39-сы һанында сыҡҡан “Кителмәһен бала күңеле” тип аталған мәҡәлә уҡыусыларҙы битараф ҡалдырманы. Уларҙың күбеһе редакцияға шылтыратып, ҡыҙҙың артанбанғы яҙмышы менән ҡыҙыҡһынды, уның турала тағы ла яҙыуыбыҙҙы һораны.

15.05.2018
Кителмәһен бала күңеле

Йыл һайын миллионлаған кеше енси көсләүгә дусар була, йәштәр, үҫмерҙәр иһә  – енәйәттәрҙең төп ҡорбаны. Салауат районының бер ауылында булған ике ҡот осҡос ваҡиға  барыһын да тетрәтте. Беренсе осраҡта тәрбиәгә алынған 15 йәшлек үҫмер ҡыҙ  ауырға ҡалған. Уның кемдән ауырлы икәне билдәһеҙ, әлегә тикшереү бара. Айгөл (исеме үҙгәртеп алынды) ғаилә тәрбиәһенән алынған, ул махсус урынға урынлаштырылған. Икенсе ваҡиға беренсеһенән дә ҡурҡынысыраҡ. Ҡырын юлға баҫҡан ата һәм әсә өйҙәрендә шешәләштәрен йыйырға әүәҫ булған. Бер көн ошондай эскелектән һуң, ғаилә “дуҫы”, 34 йәшлек ир йорт хужаларының 9 йәшлек ҡыҙына ташланып, көсләргә уйлаған. Енәйәтсене ҡулған алғандар. Ғаиләләге сабыйҙар ҙа балалар йортона оҙатылған. Ике ҡот осҡос ваҡиға, бер-береһенән айырылһа ла, һөҙөмтә бер – мәңгелеккә психик йәрәхәт, ҡыйратылған яҙмыштар...

08.05.2018
Һалҡын шишмәгә ҡороу ҡурҡынысы янамаймы?

Һалҡын шишмәне ҡурсаларға кәрәк! Был күркәм тәбиғәт мөйөшө беҙҙең Салауат районында булдырылған Рәсәйҙәге тәүге Геопарктың бер өлөшө бит!
Урмансы ауылының Һалҡын шишмәһе проблемаһына йәнә әйләнеп ҡайтабыҙ. Беҙ ауыл халҡының үтенесен Салауат ДРСУ-һы начальнигына еткерҙек.
– Һеҙ шылтыратҡас та, урынға барып ҡараныҡ. Киләсәктә канауҙағы һыуҙың йүнәлешен үҙгәртеү юлын ҡарарбыҙ, – тип комментарий бирҙе юл ремонтлау-төҙөлөш идаралығы етәксеһе Ришат Сафин. Тулыраҡ - сайтта


28.04.2018
Салауат Юлаев – милләт батыры!

Һәр милләттең үҙ батыры, теле, иле бар. Салауат Юлаев башҡорт халҡының арҙаҡлы улдарының береһе генә түгел, ә ул милләтенең символы ла. Башҡорт халҡы Салауат Юлаевты күңеленә һәм аңына ғына түгел, рухына һәм ҡанына һеңдергән. Шуға ла береһенең дә унан мыҫҡыллап көлөргә, дөрөҫ булмаған һүҙҙәр һөйләргә хоҡуғы юҡ. Ҡунаҡ булһаң, тыйнаҡ бул, – тиҙәр халыҡта. Өфө ҡалаһына килеп, хал­ҡыбыҙҙы, телебеҙҙе, милли батырыбыҙҙы мыҫҡыл итеп көлгән Руслан Белыйға ҡаршы милләттәштәребеҙ күтәрелеп сыҡты.  

Акция "Я горжусь тобой, Башкортостан!"