Салауат районының ижтимағи-сәйәси гәзите.

16+

Салауат районының ижтимағи-сәйәси гәзите.

16+

Яңы һаны Яҙылырға Шәхси кабинет

Рубрики

Статьи (Юрюзань)

RSS
22.06.2018
Депутат хөкөм ителде

Салауат районы буйынса суд участ­каһының мировой судьяһы ауыл советы депутатына ҡарата енәйәт эшенә хөкөм ҡарары сығарҙы.

22.06.2018
Халыҡҡа яҡын эшләй

Дәүләт Думаһы депутаты Илдар Бикбаев медицина
хеҙмәткәрҙәрен ҡотланы, халыҡты ҡабул итте

20.06.2018
Атамалары мәңгелеккә иҫтә ҡалһын!

Йәнегеҙгә уйылып ҡалһын –
Тәкәй, Ысмайыл, Юлай.
Әле булһа был яҡтарҙа
Әрүахтар һыҡтап илай.
16 июндә халҡыбыҙҙың милли батыры Салауат Юлаевтың тыуған көнө билдәләнде. Ошо иҫтәлекле көндә уның тыуған ауылы – боронғо Тәкәй ерендә Пугачев ихтилалы мәлендә яндырылған һигеҙ ауыл иҫтәлегенә мәрмәрташтан стела асыу тантанаһы үтте.

20.06.2018
Балалар һабантуйы – Геопарк майҙаны

Быйылғы Балалар һабантуйы Рәсәйҙәге тәүге Геопарк булдырылыуына арналды. Байрамдың рәсми ҡунаҡтарына өҫтәмә белем биреү учреждениелары ҡул эштәренән күргәҙмә тәҡдим итте, театрлаштырылған тамаша күрһәтте.

20.06.2018
Һабантуй – йырға-моңға тулы, уйнап-көлә унда бар кеше

“Салауат йы­­йыны” фольклор бай­рамы – ра­йон, рес­пуб­лика кимә­лендә үткән иң ҙур сара­ларҙың бе­реһе. Милли батырыбыҙ образы аша йәш быуында илһөйәрлек, тарихыбыҙ менән ғорур­ланыу тойғоһо тәрбиәләү, халҡыбыҙ ижадына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм уны үҫтереү, милли спорт төрҙәрен, сәләмәт тормошто пропагандалауҙы маҡсат итеп алған республика байрамы ошо йылдар дауамында алған йүнәлешенән тайпылмай, маҡсаттарына ирешә.

20.06.2018
Ҡаты бәғерле педагог язаһын алды

Боксит коррекцион мәктәп-интернаты хеҙмәткәре тәрбиәләнеүсегә ҡаты мөғәләмә иткәне өсөн язаға тарттырылған.

20.06.2018
“Бала” бәпес тапты

“Йүрүҙән” гәзитенең 39-сы һанында сыҡҡан “Кителмәһен бала күңеле” тип аталған мәҡәлә уҡыусыларҙы битараф ҡалдырманы. Уларҙың күбеһе редакцияға шылтыратып, ҡыҙҙың артанбанғы яҙмышы менән ҡыҙыҡһынды, уның турала тағы ла яҙыуыбыҙҙы һораны.

20.06.2018
Салауаттың да шанлы ғүмер юлы Халыҡ ғүмере һымаҡ үлемһеҙ!

15 июндә    Салауат Юлаев музейы майҙаны алдында башҡорт халҡының милли батырҙың 264 йыллығы уңайынан митинг үтте. Сарала Малаяҙ башҡорт гимназияһы һәм 1-се Малаяҙ урта мәктәбенең көндөҙгө үҙәгендә  ял итеүсе балалар ҡатнашты.

14.06.2018
Һыйлы көнөң һыйырҙа

Районда   машина менән һауыу операторҙары
һәм осеменаторҙар конкурсы уҙҙы

14.06.2018
Президент ил халҡы менән аралашты

7 июндә Рәсәй Президенты Владимир Путин менән “тура  линия” үтте. Тура эфирҙа ул 4 сәғәт 20 минут эсендә 79 һорауға яуап биреп өлгөрҙө. Владимир Путин Рәсәйҙә һәм башҡа илдәрҙә йәшәүселәрҙең һорауҙарына яуап ҡайтарҙы. Президент өсөн был юғары дәүләт вазифаһында яңы алты йыллыҡ срокта тәүге “Тура бәйләнеш” һәм 2001 йылдан ун алтынсыһы була.

14.06.2018
Отош – Ҡырымға

Малаяҙ ауылының үҙәк майҙанында үткән байрам сараһында “Фараон” туристик фирмаһы Ҡырымға ялға барыуға биш путевка уйнатты.

14.06.2018
Яңы юл йоностарға ҙур шатлыҡ

Юл – тормошобоҙ көҙгөһө, тиҙәр. Уларҙың төҙөклөгө төбәктең социаль торошон билдәләй. Был йәһәттән Салауат районы юл ремонтлау-төҙөлөш идаралығы ҙур эштәр башҡара.

14.06.2018
Иң бәхетле осор – бала саҡ

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан районда кескәйҙәр һабантуйы уҙҙы. Сараны райондың мәғариф бүлеге ойошторҙо.

09.06.2018
Уникальный геопарк «Янган-Тау»

Заявка о придании международного статуса ЮНЕСКО геопарку «Янган-Тау» в Башкирии будет рассмотрена в сентябре. Парк может стать единственным подобным объектом с таким статусом в стране, сообщил ТАСС глава Минэкологии Башкирии Илдар Хадыев.

08.06.2018
Һабантуйға рәхим итегеҙ!

16 июндә Яңы Ҡаратаулы ҡаршыһында, Йүрүҙән буйындағы яланда район Һабантуйы үтә. Уның сиктәрендә башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың 264 йыллығына арналған "Салауат йыйыны" фольклор байрамы ла уҙасаҡ. Байрамға рәхим итегеҙ! Һабантуйҙың программаһы тураһында - тулыраҡ.

07.06.2018
В Минэкономразвития РБ обсуждены вопросы развития конкуренции

Министерством экономического развития Республики Башкортостан 6 июня 2018 года проведено рабочее совещание под председательством заместителя министра экономического развития РБ Людмилы Мизоновой, с участием представителей республиканских органов исполнительной власти, ответственных за реализацию конкурентной политики в республике.


07.06.2018
"Йүрүҙән"һеҙ ҡалмағыҙ!

Хөрмәтле дуҫтар! Матбуғатҡа яҙылыу осоронда “Аҙна һайын бүләк”, “Бәхетле авто” акцияларында ҡатнашығыҙ. Бының өсөн “Йүрүҙән” гәзитенә яҙылып (6 айҙан да кәм түгел), квитанцияғыҙҙың күсермәһен редакцияға ебәрегеҙ. Һеҙҙе бик шәп бүләктәр көтә.
2018 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылыу хаҡтары:
6 айға – 748 һум 2 тин;
3 айға – 374 һум 1 тин;
1 айға – 124 һум 67 тин.
“Йүрүҙән” гәзитенең электрон баҫмаһына – 468 һум (iyryzan.rbsmi.ru сайтына инеп, “Яҙылырға” һылтанмаһына баҫырға кәрәк).
Гәзитте редакциянан килеп алыу шарты менән 500 һумға яҙҙырырға була.
Яҙылыу индексы – 765.

04.06.2018
Бер быуатлыҡ хәрби байрам

Ил сиге һаҡсылары иҫтәлегенә
Малаяҙҙа хәтер комплексы асылды

04.06.2018
Булған ерен ҡәҙерләп тоталар

Райондың күп­селек хужа­лыҡ­тары яҙғы баҫыу эштәрен тамам­ланы. Шул иҫәптән Йыланыш ауы­лы­ның Артем Фе­до­ров крәҫ­ти­ән-фер­мер хужа­лығы ла сәсеү кам­пания­һын теүәл­ләне.

04.06.2018
Ислам, Әмин, Әминә – шатлыҡ ата-әсәгә

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә яңы тыуған сабыйҙарҙың
ғаиләләрен  ҡотланылар

Акция "Я горжусь тобой, Башкортостан!"